Яңылыҡтар
7 Апрель 2020, 18:49

Замана афәтен енәйәтселәр оҫта файҙалана

Башҡортостанда гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә мутсылыҡ осраҡтары йышайған. //

Башҡортостанда гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә мутсылыҡ осраҡтары йышайған.
Билдәһеҙ кешеләр, үҙҙәрен санитар хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре итеп танытып, юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға “Короновирус COVID-19” иҫкәртеү тураһындағы мәғлүмәт брошюралары һатып алврға тәҡдим итәләр. Һатып алыуҙан баш тартҡан осраҡта административ саралар ҡулланыу менән янайҙар.
Ошондай мутсылыҡ осрағы булған саҡта 112 телефоны аша хәбәр итергә кәрәк.
Читайте нас