Яңылыҡтар
6 Апрель 2020, 20:04

Янғындан ҡустыһы менән һеңлеһен алып сыҡҡан

Ксения ун йәшлек һеңлеһе менән ике йәшлек ҡустыһын ҡотҡарыу тураһында уйлай. //

2 апрелдә Бурятияның Енгорбой ауылында янғын сыға. Күп балалы ҡатын Эльвира өйҙән биш минутҡа ғына сығып киткән була. Шул арала янған башлана, ишектән ҡара төтөн урғыла.
Әсә кеше ҡабат өйгә инә алмай. “Янғын! Өй яна! Балалар, тиҙерәк сығығыҙ!”,-- тип ҡысҡыра ул.
Ул ҡысҡырған тауышҡа 15 йәшлек ҡыҙы Ксения уяна. Ул карауаттан һикереп тороп бүлмәнән сыға. Өйгә төтөн тулған була. Ксения 10 йәшлек һеңлеһе менән ике йәшлек ҡустыһын ҡотҡарыу тураһында уйлай.
“Ҡустым минең янымда йоҡлай ине. Уны йоҡлаған килеш эләктереп алып, урамға йүгереп сыҡтым. Баланы әсәйемә бирҙем. Һеңлем башҡа бүлмәлә ултыра ине, мин кире өйгә индем. Бөтөн нимә яна ине инде. Ариананы күтәргән килеш ҡабат бүлмәгә индем һәм тәҙрәнән сыҡтым”,--тип һөйләй батыр ҡыҙ.
Хәҙер балалар туғандарында йәшәй, уларға күршеләре лә ярҙам итә. Өс бала әсәһе китапханала эшләй. Аҡсалалары ла күп түгел.
“Ҡыҙғаныс, йортобоҙ янып бөттө. Балалар иҫән-һау, шуныһы мөһим. Ксенияның батырлығына ғәжәпләнмәнем. Ун гел шулай, миңә балаларҙы ҡарашырға ярҙам итә”, --тип һөйләгән Эльвира.
Фото: om-saratov.ru

Автор: Резеда Галикәева


Читайте нас