Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Инстаграмда яҙылыусылар һаны буйынса Рәсәй төбәктәренең өс губернаторы иҫәбенә инде. Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙә республика етәксеһенең тормошон күҙәтеп барыусылар 500 меңдән ашты. Был Радий Хәбировҡа Волга буйы губернаторҙары араһында беренсе урынға сығырға мөмкинлек бирҙе.