Яңылыҡтар
7 Апрель 2020, 07:17

ИНТЕРНЕТ АША САУҘА ӘҮҘЕМЛӘШӘ

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан..

Ошо көндәрҙә республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында видеоконференция элемтәһе тәртибендә Башҡортостанда экспортлаусылар өсөн онлайн-сауҙаны ойоштороу мөмкинлеген тикшерҙеләр.
Кәңәшмәлә ведомство рәйесе вазифаһын башҡарыусы Маргарита Болычева, уның урынбаҫары Лена Изотова, Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге директоры Илдус Хәлитов һәм “Өфөмебель” йәмғиәтенең генераль директоры Рәмил Ғәйнетдинов ҡатнашты.
“Алибаба” һәм “Ebay” сит ил сауҙа майҙансыҡтарында Башҡортостан предприятиелары тауарын һатыу сарала тикшерелгән төп тема булды. Шулай уҡ Башҡортостандың Австриялағы вәкиллеге һәм Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге ярҙамы менән Австрияға онлайн тәртибендә бизнес-миссия ойоштороу мөмкинлеге ҡаралды. Илдус Хәлитов әйтеүенсә, учреждение “Өфөмебель” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә реклама материалдарын тәржемә итеү, һатып алыусыны эҙләү, килешеүҙе рәсмиләштереү йәһәтенән ярҙам күрһәтәсәк.
– Әлеге шарттарҙа республика етештереүселәренең тауарын экспортлау, тышҡы баҙарҙа Рәсәй тауарына ихтыяжды арттарыу мәсьәләһе айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Интернет аша сауҙа итеү әүҙемләшә, беҙҙең бурыс – ғәмәлдәге хәлде үҫеш мәнфәғәтендә файҙаланыу, – тине Маргарита Болычева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Internet-asha-sau-a--eml-sh-204376/
Фото: foreign.bashkortostan.ru
Лилия Давлетбакова
Читайте нас