«Башинформ» яҙыуынса, Ферин урамында үтеп барған кешегә реклама таҡтаһы килеп төшкән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡатын ваҡиға урынында үлгән.
Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе көслө ел тураһында иҫкәртте. 8 апрелдә лә Башҡортостанда көслө ел иҫеүе көтөлә.