Хәйбулла хәбәрҙәре
+22 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
7 Апрель 2020, 18:46
Башҡортостан коронавирусҡа ҡаршы көрәш өсөн федераль бюджеттан 1,23 миллиард һум алды
-
Башҡортостан коронавирусҡа ҡаршы көрәшеү өсөн федераль бюджеттан 1,23 миллиард һум алды. Рәсәй хөкүмәте бойороғо буйынса, аҡса яңы шарттарҙа эшләү өсөн дауалау селтәрен әҙерләүгә йүнәлтелә, тип хәбәр итте брифингта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Максим Забелин.
Министр һүҙҙәренсә, аҡса Covid-19 диагнозы раҫланған пациенттар дауаланырға тейешле госпиталдәрҙе йыһазландырыу өсөн тотонола. Шулай уҡ тейешле ҡорамалдар һатып алына һәм кислородҡа тоташтырылған койкалар һанын арттырыу буйынса эштәр финанслана.
Бынан алда Максим Забелин, Башҡортостан дауаханаларында 700-гә яҡын үпкәне яһалма елләтеү аппараты бар,
тип белдергәйне
. Шулай уҡ портатив аппараттар, наркоз-тын алыу аппараттары бар.
http://www.bashinform.ru/news/1435314-bashkiriya-na-borbu-s-koronavirusom-iz-federalnogo-byudzheta-poluch
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"