“Аҡсағыҙҙы урлауҙары ихтимал, шуға икенсе – хәүефһеҙ йәки страховкаланған иҫәпкә – күсерегеҙ...” – тип шылтыраталар Салауат ҡалаһында йәшәгән хаҡлы ялдағы ҡатынға. Ә ул оҙаҡ уйлап тормай, ярты миллион һум аҡсаһын...
Уйламағанда шылтыратҡан кешенең бар талаптарын үтәй 61 йәшлек ҡатын: 500 мең һум аҡсаһын белмәгән әҙәмдең иҫәбенә күсереп тә ҡуя. Тағы ун көн дә үтмәй, ошо уҡ ҡалала йәшәгән 61 йәшлек ҡатын да 130 мең һум аҡсаһын ете-ят кешегә “бүләк итә”.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары, киң мәғлүмәт саралары, һеҙгә интернетта яҙған йәки шылтыратҡан кешеләрҙең мутлыҡ ҡылыуҙары ихтимал, шуға таныш түгел һәр кемгә ышанып бармағыҙ, тип даими иҫкәртә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр мутлашыусыларҙың ҡармағына эләгеүен дауам итә.
Бындай миҫалдарҙы әллә күпме килтерергә мөмкин. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, енәйәтселәр ҙә йоҡлап ятмай, тиҙ байығыуҙың яңы ысулдарын өйрәнә. Шулай итеп, улар үҙ ҡорбандарын һағалай. Маҡсаттары берәү бындай насар уйлы әҙәмдәрҙең: намыҫлы граждандарҙың банк иҫәбендәге аҡсаһын ҡулға эләктереү.
Шуға хәтерегеҙҙән сығармағыҙ: банк хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да банк картаһы, пароль һәм смс-код һандарын шылтыратып һорамай. Әгәр кемдер ошо хаҡта ҡыҙыҡһына икән, банктың “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына шылтыратып әйтегеҙ. Һаҡ булығыҙ: заман "остап бендер"ҙары йоҡламай!