Һәр ир-ат өй һалып, ул үҫтереп, ағас ултыртырға тейеш булғандай, һәр ҡатын-ҡыҙ ҙа аш-һыуға оҫта, ҡул эштәренә маһир булырға тейештер. Оҙон ҡыштарҙа кистәрен телевизорға, йә компьютерға ғына әүерәп ултырмай, ҡорама ҡораған, сигеү сиккән, бәйләм бәйләгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күп, Аллаға шөкөр.
Элек-электән ҡатын-ҡыҙҙар ҡул эштәрен бер-береһенә күрһәтеп, тәжрибә уртаҡлашҡандар.
Хөрмәтле гүзәл-заттар, беҙгә яҙылыусылар, үҙизоляция ваҡытында үҙ ҡулдарығыҙ менән тыуҙырған сағыу сигеүҙәрегеҙ, бәйләмдәрегеҙ һәм башҡалар менән уртаҡлашығыҙ, беҙгә фотоға төшөрөп ебәрегеҙ. Беҙ бик шат булырбыҙ. Әүҙем булығыҙ!
Һүрәттә: Яңы Украинка ауылынан Миңзәлә Юлмөхәмәтованың ейәнсәрҙәренә әҙерләгән ҡул эшенән күренеш.