Яңылыҡтар
6 Апрель 2020, 09:28

Сит илдә ҡалған рәсәйҙәргә көнөнә 2400 һум түләйҙәр. Балаларға иһә 1600 һум

Хөкүмәт сит илдә ҡалған рәсәйҙәргә ярҙам күрһәтеү тәртибен раҫланы...

Хөкүмәт сит илдә ҡалған рәсәйҙәргә ярҙам күрһәтеү тәртибен раҫланы. Өлкәндәрҙең һәр береһенә - 2400 һум, 14 йәшкәсә һәр балаға - 1600 һум.

Ярҙам алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза тултырырға кәрәк, яуап СМС-хәбәр менән йәки электрон почта аша ебәрелә. Тикшереүҙәрҙән һуң аҡса 24 сәғәт эсендә күсерелә.

Билдәләнеүенсә, ул Рәсәй авиакомпанияһының теләһә ниндәй рейсы менән өйөнә ҡайтырға тейеш, юғиһә ярҙам туҡтатыла.

Әлеге ваҡытта яҡынса 25 мең Рәсәй гражданы сит илдә. Уларға булышлыҡ итеү өсөн 500 миллион һум бүленде.
Читайте нас