Яңылыҡтар
6 Апреля 2020, 18:44

Полиция хеҙмәткәре ришүәтселектә тотолоп ҡыуылған

*

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөнән 33 йәшлек полицейский 70 мең һум ришүәт алыу арҡаһында погондарынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Был Башҡортостандың эске эштәр министры Роман Деевтың бойороғо буйынса ойошторолған хеҙмәт-ара тикшереү барышында булған. Бынан тыш баш ҡаланың 3-сө полиция бүлегенең элекке оперуполноченныйына ҡарата «Ришүәт алыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Әлеге ваҡытта криминалистар раҫлауынса, полиция хеҙмәткәре страховка компанияһы вәкиленә 70 мең һумға, урланған «Тойота Ленд Крузер 150» автомобилен тапшырыуҙы тиҙләтеүҙе тәҡдим иткән.
Аҡса тапшырыу барышында полицейскийҙы ФСБ-ның республика идаралығы хеҙмәткәрҙәре ҡулға алынған. Ул үҙ ғәйебен таныған.