Үҙизоляция ваҡытында "Йәйғор" балалар баҡсаһы тәрбиәселәре ҡул ҡауышырып ултырмай. Балалар баҡсаға йөрөмәһә лә, онлайн режимда кескәйҙәрҙе төрлө яҡлап үҫтереү өҫтөндә эшләйҙәр. Онлайн рәүештә тәрбиәүи күнегеүҙәр бирелә, ярашлы темаға ҡарата һүрәт эшләү, видеороликтар төшөрөү, шиғыр ятлау кеүек бәйгеләр ойошторола. Мәҫәлән, бөгөн "Йәйғор" балалар баҡсаһының социаль селтәрҙәр төркөмөндә Космонавтиктар көнөнә ҡарата бәйге сәмле бара. Береһе һүрәт төшөрһә, икенсеһе шиғыр һөйләй. Ғөмүмән, балаларға өйҙә бойоғоп йәиһә телефонға текәлеп ултырырға әмәл юҡ. Ялдары файҙалы һәм фәһемле үтә.