Уҙған тәүлектә Рәсәйҙә коронавирус йоҡтороуҙың 954 яңы осрағы теркәлгән, ауырыуҙарҙың дөйөм һаны — 6343 кеше, тип хәбәр итте инфекцияның таралыуына ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб.
49 төбәктә яңы сирлеләр асыҡланған. 6343 кеше инфекция йоҡторған, 406-һы һауыҡҡан, 47-һе үлгән (һуңғы тәүлектә икәү). 758 меңдән ашыу тест үткәрелгән.