Яңылыҡтар
6 Апрель 2020, 17:50

Башҡортостанда йәшәүселәргә изоляция режимында машинала йөрөргә рөхсәт иттеләр. Ләкин шарттар бар

Бының өсөн «Дорога 02» порталында теркәлергә кәрәк, ул 8 апрелдән эшләй. //

Башҡортостанда йәшәүселәргә изоляция режимында машинала йөрөргә рөхсәт иттеләр. Ләкин шарттар бар

Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе һөйләүенсә, республикала йәшәүселәргә машинала йөрөргә мөмкин - үҙаллы йәки изоляцияла ултырған ғаилә ағзалары менән бергә.

Бының өсөн «Дорога 02» порталында теркәлергә кәрәк, ул 8 апрелдән эшләй. Унда автомобилдең маркаһын һәм ҡайҙа барыуығыҙҙы яҙыу зарур. Әйткәндәй, ярҙамға мохтаж туғандарығыҙға, эшкә, мәрхүмдәрҙе ерләүгә һ.б. ғына барырға мөмкин.

Йома көндөҙгө сәғәт 4-тән ошо уҡ сайтта дачаға барыу өсөн теркәлергә була.
Читайте нас