Яңылыҡтар
6 Апрель 2020, 11:26

Бала кирбес кәртә аҫтында ҡалған

..

Баш ҡаланың Ленин районында була был бәхетһеҙ осраҡ. 12 йәшлек ҡыҙыҡайҙың өҫтөнә кирбес кәртә емерелеп төшкән.
Баланы үҙенең ихатаһынан Өфөнөң 17-се балалар дауаханаһына ашығыс ярҙам менән алып китәләр. Был хәл 2 апрелдә үк була. Ҡыҙыҡайҙың бик күп урындан янбаш һөйәге һынған.
Билдәле булыуынса ҡыҙыҡай баш ҡала мәктәптәренең береһендә 4-cе класта уҡыған. Табиптарға ул үҙҙәренең шәхси йортондағы кәртә ауғанын белдергән. Әлеге ваҡытта баланы дауалайҙар.
Фото: legkovmeste.ru
"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас