Яңылыҡтар
5 Апрель 2020, 10:47

Рәсәйҙәге юғары уҡыу йорттары менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн

#национальныепроекты..

Рәсәйҙәге юғары уҡыу йорттары дистанцион рәүештә асыҡ ишектәр көнөн үткәрә.
Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты фәнни лабораториялары һәм уҡыу корпустары буйлап виртуаль сәйәхәткә алып инә. Шулай уҡ https://openday.msu.ru сайтында ректор һәм декандарҙың сығыштарын да тыңларға мөмкин.
Санкт-Петербургтағы политехник университеты онлайн-трансляциялар аша интерактив презентация әҙерләгән. Уҡыу йорто https://www.spbstu.ru/applicants/open-days һылтанмаһы аша тура бәйләнештәр ҙә ойоштора.
Мәскәү политехник университеты ла ҡалышмай. 25 апрелдә Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт 11-ҙә онлайн асыҡ ишектәр көнөн уҙғара. Бының өсөн ошо һылтанма https://new.mospolytech.ru/postupayushchim аша инергә кәрәк.
Ә Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетында онлайн асыҡ ишектәр көнө http://ab.rudn.ru 25 апрелгә тәғәйенләнгән.
Томскийҙағы политехник университеты юғары уҡыу йорто тураһында файҙалы мәғлүмәт кенә биреп ҡалмай, сығарылыш синыф уҡыусыларының әүҙемлеге өсөн уҡырға ингәндә өҫтәмә балдар ҙа вәғәҙәләй. Был турала уларҙың https://opentpu.ru сайтында танышығыҙ.
Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас