Кеше иҫәбенә йәшәргә яратыусылар, коронавирусҡа бәйле ҡатмарлы хәлде үҙ файҙаһына бороп, халыҡты төрлөсә албырғата. Оператив штаб ундайҙарҙың мутлыҡтарының бер нисә төрөн билдәләп, граждандарҙы һаҡ булырға өндәй.
Ялған Роспотребнадзор. Мутлашыусылар һеҙҙән күберәк мәғлүмәт алыу маҡсатында "Роспотребнадзор" исеменән сирҙе иҫкәртеү тураһында хаттар тарата. Бындай шикле хәбәрҙәрҙең һылтанмаһы буйынса инһәгеҙ, һеҙҙең туралағы мәғлүмәттең яман уйлы кешеләргә эләгеүе мөмкин.
Шулай уҡ алдаҡсыларҙың инфекцияға ҡаршы көрәш, атап әйткәндә, вирусҡа ҡаршы вакцина һәм дарыу эшләү өсөн хәйер аҡсаһы йыйыуҙары тураһында хәбәр ебәреүе ихтимал. Хәйриәлек - изге эш, әлбиттә, тик бының кеүек саҡырыуҙарға ышаныр алдынан сайтты тикшерергә, хәбәрҙең дөрөҫлөккә тап килеүенә инанырға онотмағыҙ.
Мут бәндәләр интернет-биттәрҙә әлеге мәл өсөн иң дефицит тауарҙарҙы тәҡдим итә: битлек, термометр, респиратор... Алдан ниндәйҙер сумманы алғас, юҡҡа сыҡҡан хәлдәр ҙә теркәлгән. Был әйберҙәрҙе өй шарттарында үҙегеҙ тегеп тә ала алаһығыҙ. Шуға күрә һыналған сайттарҙы ғына һайлағыҙ.
Шулай уҡ тиҙ генә вирусҡа тест эшләтеү мөмкинлеген, уға ҡаршы яңы төр дарыу тәҡдим иткән сайттарҙы ла күрергә мөмкин, ҡайһы берҙә туранан-тура граждандарға ошондай йөкмәткеле смс-хәбәр булып килә. Был - алдаҡ, сөнки коронавирус барлығын-юҡлығын тикшереү 170 дәүләт һәм ике шәхси лабораторияла башҡарыла. Өҫтәүенә тесты медицина хеҙмәткәре күҙәтеүе аҫтында ғына тапшырырға тейештәр.
Махсус кейемдә һәм битлектә үҙҙәрен табип йәки башҡа хеҙмәттән дезинфикатор тип таныштырып фатирға үтергә маташыуҙың да бер нисә осрағы теркәлгән. Уларға ишек асыр алдынан "ҡыҙыу бәйләнеш"кә шылтыратып, мәғлүмәттең дөрөҫлөккә тап килеүенә инанығыҙ.
Камуфляж кейемдәге билдәһеҙ кешеләрҙең карантинды боҙған өсөн штраф һалып йөрөүҙәре лә асыҡланды. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: был эште тик хоҡуҡ һаҡсылары тейешле танытмаһын күрһәткәндән һуң башҡара ала. Улар тәүҙә протокол төҙөргә бурыслы.
Фатирығыҙға килеп, һеҙҙең өсөн торлаҡ-коммуналь түләүҙәрен банкка барып түләй алыуҙары тураһында белдереп йөрөгән "хәстәрлекле" ялған торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәренә лә ышанмағыҙ. Әгәр һеҙгә ысынлап та түләргә кәрәкһә, 88002003411 номерына шылтыратырға була, был эштә ирекмәндәр ярҙамға килә ала.