Яңылыҡтар
5 Апрель 2020, 06:47

Дүшәмбенән уҡый башлаясаҡбыҙ

*

6 апрелдән уҡыусылар дистанцияла уҡый башлай. Бөгөнгө брифингта мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин әйтеүенсә, был эш өс форматта алып барыласаҡ. Тәүгеһе – онлайн-режимда, икенсеһе – планшеттар, телефондар ярҙамында, ә ҡайҙа интернет селтәре юҡ, унда белем биреү процесын дежур уҡытыусылар ойошторасаҡ.
Әлбиттә, ата-әсәнең был йәһәттән һорауҙары тыуыуы ихтимал. Ғаиләлә ике-өс һәм унан күберәк уҡыусы булғанда, хәлдең бер ни тиклем ҡатмарлашыуын иҫтә тотоп, уҡытыусы айырым расписание төҙөйәсәк. Шулай итеп, дүшәмбе көн сәғәт 10-да дәрестәр башланасаҡ. Ата-әсәһе эшкә йөрөгән башланғыс класс уҡыусылары өсөн мәктәптәрҙә дежур төркөмдәр булдырыла. Һис һүҙһеҙ, бында ҡәтғи санитар-эпидемиологик саралар ҡараласаҡ.
Фото: kakprosto.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас