Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 32 йәшлек водитель ВАЗ-2114 автомашинаһында ҙур тиҙлек менән килеп, банкоматтан аҡса алып торған ҡатынды төкөй. 42 йәшлек зыян күреүсе урындағы дауаханаға оҙатыла.
Эсеүгә әүәҫтәрҙе үҙ "кәсебе"нән илдәге әлеге ҡаты режим да туҡтатмауы ҙур борсоуға һала. Улар изоляция тәртибен һаҡламауы менән бергә эргә-тирәһендәгеләргә хәүеф тыуҙыра.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан уҙған тәүлектә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 1400-ҙән ашыу осрағы теркәлгән, эскән килеш рулгә ултырған 48 водитель туҡтатылған.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ! Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!