Тулы үҙизоляция режимы индерелгәнгә бәйле, Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Н.С.Лебедеваның бойороғо буйынса ирекле халыҡ дружинаһы булдырылған. Уның етәксеһе – Рамаҙан Назаров.
Дружинниктар көн һайын ауыл уйлап йөрөй һәм режимды боҙоусыларҙы асыҡлайҙар. Әле кем үҙизоляция режимын боҙоп, өйҙә ултырыр урынына урам буйлап ҡыҙҙыра, улар иҫкәртеү ала. Әгәр был сара һөҙөмтә килтермәһә, бындайҙарға штраф һалына башланасаҡ.
Патруль эше көн һайын алып барыла, уларҙың маршруттары төҙөлгән. Ирекле халыҡ дружинаһы составына 6 кеше инде.
Үҙегеҙҙе һаҡлап өйҙә ҡалығыҙ, ғаилә менән ваҡыт уҙғарып, һәр ваҡыт ситкә ҡуйылған эштәрегеҙ менән шөғөлләнегеҙ.
Фото:Әбүбәкер ауылының күп функциялы клубы