Тәбиғәт – беҙҙе туйындырыусы һәм яҡлаусы. Был турала бер ҡасан да оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Әле ҡоштарҙың тыуған яҡтарына ҡайтыуын, ағастарҙың бөрөләргә тулышыуын, ерҙең ҡарҙан әрселеүен күреү шул тиклем шатлыҡлы.
Ағас тигәндән, быйыл яҙ иртә килеүгә бәйле, ҡайын һыуы эсәр мәл етте. Ысынында ул ныҡ шифалы, бер һүҙ менән әйткәндә, мең төрлө сиргә дауа. Эшкә барғанда юлымдың ниндәйҙер өлөшө посадка янынан үтә, ҡайын ағасына бәйләнгән һауыттар иғтибарымды йәлеп итте. “Нимә булыуы мөмкин?” Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алманым шул яҡҡа табан атланым, ә ундағы мәхшәрҙән артҡа йығылып китерлек. Ағастың олоно нисек кенә тишкесләнмәгән дә, ҡайһылай ғына сабылмаған. Бик үкенесле, ҡайһы берәүҙәр ҡайындан нисек кенә мыҫҡыл итмәй...
– Эйе, ҡайын һуты йыйыр мәл һанаулы ғына, – ти дуҫым Таһир. – Тик уны дөрөҫ итеп алыу тәртибен оноторға ярамай, тишелгән урынды ҡара тупраҡ йәки алдан әҙерләнгән пластилин менән һылап китһәгеҙ ине. Юғиһә, ул урындан оҙаҡ ҡына ҡайындың һыуы ағып тора. Бер үк ағасҡа өҙлөкһөҙ ҡаныҡмағыҙ. Һауаны сафландырыусыларға хилафлыҡ килтермәгеҙ, һаҡсыл булығыҙ. Ҡайындың илауына юл ҡуймағыҙ!