1.Ҡануниәткә ярашлы, шәхси хужалыҡтарҙа тотолған эттәр бәйҙә тотолорға, йәки кәртәләнгән территориянан сыҡмаҫҡа тейеш (Закон РБ №88-з “О домашних животных”, “Правила содержания домашних животных в СП Абишевский сельсовет муниципального района Хайбуллинский район РБ” №Р-9-37 от 11.03.2016 г.).
2. Эттәр йәмәғәт урындарын, балалар майҙансыҡтарын бысратырға тейеш түгел. Бысраҡтары хужалары тарафынан йыйып алынырға тейеш (был ҡағиҙәләрҙе боҙған осраҡта, 2 000 һумға тиклем административ штраф ҡаралған).
3. Барлыҡ эттәрҙең дә теркәү документы (паспорт) булырға тейеш (урындағы ветеринария хеҙмәтенән бирелә).
4. Бәйһеҙ, ирекле йөрөгән эттәр законға ярашлы “ ҡарауһыҙ” булып һанала, улар артабан тотолорға, махсус урындарға урынлаштырылырға йәки юҡ ителергә тейеш
5. Эттәр кешеләргә ташланған осраҡта, уларҙың хужалары яуап тота (Кеше һаулығына килтерелгән зыянға ҡарап, был осраҡта 4 000 һ. алып 5 000 һ. тиклем штраф, йәки РФ Енәйәт кодексының 118 ст. ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылыуы мөмкин).
6. Ирекле йөрөгән эттәр күп ваҡыт кеше (айырыуса балалар) һәм мал һаулығына зыян килтергән төрлө парзитар ауырыуҙарҙың (эхинококкоз һ.б.) таралыуына булышлыҡ итә.
7. Эттәрҙән ҡотолорға теләгән хужалары утилизация мәсьәләһе буйынса ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә тейеш.