Коронавирус сире таралыуға бәйле, Рәсәй Федерацияһында санитария-эпидемиологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса саралар тормошҡа ашырылған осорҙа күптәрҙе дистанцияла уҡытыуҙы ойоштороу мәсьәләһе борсой.
Бөгөн иң йыш осраған һорауҙарҙы һәм уларға яуаптарҙы тәҡдим итмәксебеҙ.
– Балалар баҡсалары нисек эшләр?
– Ил Президенты тарафынан эшләмәйбеҙ тип иғлан ителгән осорҙа Башҡортостандың бөтә муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында ата-әсәләре эшләгән балалар өсөн генә дежур төркөмдәр асыла. Уларҙа иҫкәртеү һәм карантин саралары уҙғарыла: температураны үлсәйҙәр, сирле балаларҙы төркөмгә ҡабул итмәйҙәр, сабый ауырып китһә, уны шунда уҡ изоляциялап, кисекмәҫтән ата-әсәһенә хәбәр итәләр.
Дежур төркөмдәрҙең нисек эшләүен асыҡлау өсөн йәшәгән урындағы мәктәпкәсә мәғариф ойошмаһы етәксеһенә йәки мәғариф идаралығына мөрәжәғәт итергә.
– Мәктәптә дежур төркөмдәр ойоштороламы?
– Дистанцияла уҡытыу алып барылған осорҙа ата-әсәһе эшләгән 1-4-се класс уҡыусылары өсөн генә мәктәптә дежур төркөмдәр төҙөлә.
– Дистанцияла уҡытыу ҡасанға тиклем дауам итә?
– Ғәмәлдәге хәлгә ҡарап һәм күрһәтмәләргә ярашлы. Әле Рәсәй Президентының Указына ярашлы, сикләү саралары 30 апрелгә тиклем оҙайтылды.
– Дистанцияла уҡытыу нисек ойошторола?
– Арауыҡта уҡытыуҙың өс алымы бар: онлайн-дәрестәр – бының өсөн уҡыусыға компьютер һәм юғары тиҙлекле интернет кәрәк; электрон кейстар – компьютер һәм интернет кәрәк, смартфондағы йәки планшеттағы мобиль интернетты файҙаланырға мөмкин; ҡағыҙ кейстар – компьютерҙың да, интернеттың да кәрәге юҡ.
Һәр баланы уҡытыу алымы техник мөмкинлектән сығып билдәләнә. Был мәсьәләне класс етәксеһе менән ата-әсә хәл итә.
– Уҡыусылар ниндәй дәреслектән уҡый?
– Онлайн тәртибендә уҡығанда уҡытыусылар дәрестәрендә ҡулланған һанлы белем биреү ресурстары файҙаланыла. Мәҫәлән, 1-4-се класстар “Яндекс. Дәреслек” платформаһын әүҙем ҡуллана, республикалағы 500-гә яҡын мәктәптә 5-8-се кластар Һаҡлыҡ банкының белем биреү платформаһына тоташҡан, 9-11-селәр Рәсәй электрон мәктәбе ресурсын файҙалана. Бынан тыш, балаларҙың барыһы ла ҡағыҙ дәреслектәр менән тәьмин ителгән. Кейстарҙы төҙөгәндә уларҙы ла ҡулланалар.
Мәктәптәр арауыҡтағы эшмәкәрлеген “Мәғариф” автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында теркәй.
– Компьютер ҙа, интернет та юҡ икән, нимә эшләргә?
– Ҡағыҙ кейстарҙы файҙаланырға була. Был мәсьәләне алдан уҡ класс етәксеһе менән хәл итергә кәрәк.
– Ғаиләлә балалар бер нисә, ә компьютер берәү булһа, дистанцияла уҡыуҙы нисек ойошторорға?
– Был турала класс етәксеһенә алдан уҡ хәбәр итегеҙ. Ул теге йәки был фән уҡытыусыһы менән баланың дәрестә ҡатнашыу алымын билдәләр (мәҫәлән, онлайн-дәрес түгел, ә электрон кейс). Бынан тыш, онлайн-дәрестә ҡатнашыу өсөн планшет йәки смартфон ҡулланырға мөмкин.
– Уҡыу платформаһына инә алмаһаң, нимә эшләргә?
– Класс етәксеһенә йәки ошо фән уҡытыусыһына мөрәжәғәт итергә. Һеҙгә логин һәм пароль бирерҙәр.
– Класс етәксеһе бер нимә лә аңлатмаһа, кемгә мөрәжәғәт итергә?
– Тәү сиратта мәктәп хакимиәтенә. Бынан тыш, +7 (347) 292-11-52 телефоны аша дистанцияла уҡыуға күсеү буйынса “ҡыҙыу элемтә”гә шылтырата алаһығыҙ.
– Түңәрәктәр һәм секциалар нисек эшләй?
– Улар ҙа арауыҡта эш алып бара.
– Балаларға өҫтәмә белем биреү ойошмалары нисек эшләй?
– Бындай учреждениеларҙа дәрестәр көндөң икенсе яртыһында арауыҡта уҙғарыла.
– Быйыл Төп дәүләт һәм Берҙәм дәүләт имтихандары буламы?
– 2020 йылда Берҙәм дәүләт имтихандары – 8 июндә, Төп дәүләт имтихандары 9 июндә башлана. Уларға әҙерләнеү өсөн “Башҡортостан Республикаһының электрон мәғарифы” порталында (
https://edu.bashkortostan.ru./e-course/OO/189959) электрон курс бар.
– Быйыл Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре (ВПР) буламы?
– Быйылғы уҡыу йылында был сараны ойоштороу ваҡытын мәктәптәр үҙҙәре билдәләй.
– Республикалағы колледждар 23 марттан дистанцияла уҡыуға күсте. Әле улар каникулда. 6 апрелдән уҡыу башлана. Уларға ла арауыҡта уҡытыуҙың өс алымы тәҡдим ителә (онлайн-дәрестәр, электрон кейстар һәм ҡағыҙ кейстар). Бындай мәғариф ойошмалары өсөн методик ярҙам буйынса “ҡыҙыу элемтә” эшләй: +7 (347) 246-12-65.
– Сығарылыш квалификация эштәрен (диплом эштәрен) яҡлау нисек ойошторолор?
– Әле колледждарҙа һәм вуздарҙа диплом эшен яҡлау тәртибе үҙгәрешһеҙ ҡала. Әгәр коронавирус сиренә бәйле хәл яҡшырмаһа, квалификация эштәрен арауыҡта яҡлау мөмкинлеге ҡарала.