Яңылыҡтар
4 Апрель 2020, 06:48

Әсәһе ҡыҙын үҙе үлтергән...

*

Тәтешле районында 8 Март байрамы мәлендә булған ваҡиға тураһында хәбәр иткәйнек инде. 26 йәшлек ҡатын үҙенең яңы тыуған ҡыҙының үле кәүҙәһен тотоп дауаханаға килә. Асыҡланыуынса, баланы ул биш көн элек мунсала тыуҙырған. Табиптарға әсә кеше сабыйының тәбиғи сәбәптәр буйынса үлгәнен әйтә.
Һәм бына бөгөн был хәлдең дауамы билдәле булды. Суд-медицина экспертизаһы баланың иҫән тыуғанын асыҡлаған. Ул йәшәрлек булған, тик әсәһе сабыйҙы тастағы һыуға батырып үлтергән.
Ҡатынға ҡарата “Үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
“Тәфтишселәр енәйәт ҡылыуҙы дәлилләгән башҡа мәғлүмәттәр ҙә йыйҙы. Уларҙы ҡатын таныны. Әле тәфтишселәр енәйәт эше буйынса мәғлүмәт йыйыуын дауам итә. Ҡатындың яҡындарынан һорау алына, уның йәшәү шарттары өйрәнелә”, - тинеләр Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ҡатындың тағы дүрт йәшлек ҡыҙы бар. Әлеге мәлдә уның ире булмаған, атаһы менән йәшәгән. Ни өсөн бындай ҡурҡыныс аҙымға барғандыр? Әлегә билдәле түгел...
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас