Яңылыҡтар
4 Апрель 2020, 06:31

"Карантин ҡағиҙәләрен боҙғанһығыҙ - штраф түләгеҙ!"

*

Октябрьский ҡалаһынан ғибрәтле яңылыҡ ишетелде.

Инцидент "Пятерочка" магазинында булған. Һатып алыусыларҙың аҙлығынан файҙаланыпмы, эсеүе етепме, килеп ингән ир үҙ артынан ишекте ябып, берәүҙе лә урамға сығармайым тип ҡурҡыта. Йәнәһе, бындағы кешеләр карантинды боҙған, штраф түләргә бурыслылар, ә ул үҙе, имеш, химик ғәскәрҙәр сержанты.

Ундағы ир һөйләүенсә, эстә кеше әҙ, магазинда аҙыҡ-түлек етерлек, бер ниндәй ҙә паника булмаған. Магазин хеҙмәткәрҙәре янъялсыны төрлөсә тынысландырып ҡарай, тик ул һис ыҡҡа килмәй. Ахырҙа персонал хәүефһеҙлек төймәһенә баҫа. Тиҙ арала килеп еткән полиция отряды баҫҡынсыны бүлексәгә алып китә.

Фото: newsbash.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас