Яңылыҡтар
4 Апрель 2020, 10:33

Хәҙер Өфө яғынан да инеп булмай

/

Белорет районы хакимиәте муниципалитет биләмәһенә юлды япты.
Кисә кис урындағы етәксе Андрей Иванюта социаль селтәрҙә районға Өфө ҡалаһы һәм Ломовка ҡасабаһы яғынан инеү юлының ябылыуы тураһында хәбәр итте.
2 апрелдә ул Магнитогорск һәм Учалы яғынан инеүҙең тыйылыуы хаҡында белдергәйне. Блок-постарҙа юл полицияһы дежурға ҡуйылған.
Мәғлүм булыуынса, Белорет районы – Башҡортостанда иң популяр туристик биләмәләрҙең береһе. Юлды ябып, урындағы хакимиәт ситтән йоғошло сирҙе килтереү хәүефен кәметергә тырыша.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/H-er-f-ya-inan-da-inep-bulmay-202018/
Читайте нас