Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
4 Апрель 2020, 18:06
Емереклек араһынан кешеләрҙе эҙләү дауам итә...
-
Төш мәлендә Мәскәү өлкәһенең Орехов-Зуев ҡалаһында фажиғә теркәлде. Бында биш ҡатлы тораҡ йорт емерелде. Сәбәбе – газ шартлаған.
“Һөҙөмтәлә бер кеше һәләк булды, дүртәү йәрәхәтләнде. Урынға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе килергә тейеш”, - тинеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Йорттан 200 самаһы кешене эвакуациялағандар. Емереклек араһынан алты кеше табылған. Алда әйтелгәнсә, уларҙың береһе үлгән, өсәүһе ауыр хәлдә реанимацияла, ҡалғандарының хәле уртаса.
Шартлау ҡаланың Гагарин урамында урынлашҡан йорттоң өсөнсө ҡатында була. Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробев шулай уҡ урынға килгән һәм хәлде шәхси контроленә алған. Ул йортһоҙ ҡалған кешеләрҙе тиҙ арала ваҡытлыса йәшәү урыны менән тәьмин итергә ҡушҡан.
Әле емереклек араһынан кешеләрҙе эҙләү дауам итә. Был хәл буйынса тикшереү башланған.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"