Яңылыҡтар
4 Апрель 2020, 09:06

Быҙаулыҡта тарихи фотоларға флешмоб иғлан ителде

*

Үҙизоляция ваҡытында нимә менән шөғөлләнергә?
Ошо йәһәттән Быҙаулыҡ ауылы күп функциялы клубы бер нисә флешмобҡа старт бирергә ҡарар иткән. Уларҙың береһе “Ауыл тарихынан” тип атала һәм Быҙаулыҡ ауылы тарихына арналған.
Флешмобтың ҡағиҙәләре:
* Быҙаулыҡ ауылы күп функциялы клубы төркөмөнә ауылдаштар төшөрөлгән иҫке фотоһүрәттәр һалырға;
* Комментарийҙарҙа фотоһүрәттәрҙә кем һәм ниндәй сара төшөрөлгәнен танып-белергә кәрәк.
Әйҙәгеҙ, үткән замандарҙы барлайыҡ!
Читайте нас