Яңылыҡтар
4 Апрель 2020, 10:16

Бөгөн 4 апрелдә Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙенең каналында концерт күрһәтә

*

Бөгөн 4 апрелдә сәғәт 19:00 Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙенең YouTube-каналында «Ғәскәровтың мираҫы – Республиканың байлығы» концертын күрһәтә. Ул күп йылдар дауамында репертуарҙан сиселмәгән һәм йәнә тергеҙелгән номерҙар һәм классик бейеүҙәрҙән тора. Бында хореограф һәм балетмейстер Фәйзи Ғәскәров тарафынан ҡуйылған төрлө жанрҙағы хореографик композициялар ингән:
«Зарифа», «Гөлнәзирә», «Дуҫлыҡ», «Заһиҙа», «Ете ҡыҙ», «Төньяҡ амурҙары», «Өс ағалы-ҡусты», «Байыҡ», «Бүләк» һәм башҡалар. Улар башҡорт мили хореографияһының ҡомартҡылары һәм академик коллектив репертуарының нигеҙе итеп танылған.
Фото: ГААНТ им. Ф. Гаскарова
Читайте нас