Яңылыҡтар
3 Апрель 2020, 11:24

"ЙӘШЕЛ БАШҠОРТОСТАН" АКЦИЯҺЫ ҮТӘСӘК

-

Башҡортостанда быйыл 85 мең төп нығынған ағас үҫентеһе ултыратыу планлаштырыла. "Йәшел Башҡортостан" республика акцияһы 25 апрелгә планлаштырылған. Бейеклеге 1 метр ярымдан булған ағас үҫентеләре айырыуса ҙур ҡалалар өсөн көнүҙәк. Дөрөҫ, әлегә тотош республикала тулы карантин иғлан ителгән. Шунлыҡтан тәү сиратта ул көнгә республиканың эпидемиологик хәл-торошо ҡараласаҡ. Әгәр ҙә ул яҡшы яҡтан баһаланһа, акцияла 150 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Кире осраҡта, унда сикләнгән күләмдә генә халыҡ сығасаҡ. Башлыса урмансылар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү күҙаллана.
Автор: Лилия Такаева.
Читайте нас