Яңылыҡтар
3 Апрель 2020, 11:16

Сибайҙы пар генераторҙары менән зарарһыҙландыралар

-

Республика Хөкүмәтендә видеоконференция режимында үткән кәңәшмәлә республиканың ҡала һәм райондарындағы хәлдәр менән дә таныштырҙылар.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы мэры Владимир Куликов эштәр планға ярашлы бара, тип белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта үҙаллы изоляцияла булған оло йәштәге кешеләр ҡала ситендәге баҡсаларына сығып китергә теләгәнен, был йәһәттән мөрәжәғәттәр күбәйгәнен, әммә әлегә был мөмкинлектең сикләнгәнен белдерҙе.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Сибай ҡалаһындағы хәл менән айырым ҡыҙыҡһынды. Мәғлүм булыуынса, сит илдән йөрөп ҡайтҡан, үҙаллы изоляцияға китергә тейеш булһа ла, урындағы баҙарҙа сауҙа иткән уҙаманда коронавирус инфекцияһы табылыуы хаҡында яҙғайныҡ инде. Ул – күрше Силәбе өлкәһе кешеһе, әле дауаханала, уның менән аралашҡан кешеләр үҙаллы изоляцияға ебәрелгән, төбәктә инфекция таралыуға юл ҡуймау саралары күрелә.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, Сибайҙа сирле кеше менән аралашҡандарҙан анализдар алынған, ике кешенең анализ һөҙөмтәләре – шик аҫтында, улар республиканың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә ҡайтанан тикшерелә. Улар урындағы дауаханала махсус бокстарҙа ята. Диагноз раҫланһа, тиҙ арала госпиталь эшләй башлаясаҡ.
Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов Сибайҙа ошо көндәрҙә ике пар генераторы һатып алыныуын, улар менән банктар, магазиндарҙың кассалары эргәһе, ишек төптәре, эске эштәр идаралығы бинаһы даими дезинфекциялана, шулай уҡ ҡала урамдары, парктар ҙа хлорлы ҡушымта менән зарарһыҙландырыла, тип белдерҙе.
Сибайға Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы яғынан юл ябылған, махсус пост ҡуйылған. Ҡалала режимды 16 махсус төркөм һаҡлай, унда хәрби туғанлыҡ, шәхси һаҡ предприятиелары ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре инә.
Төбәк Башлығы Радий Хәбиров Сибайҙа коронавирус инфекцияһы таралыу ихтималлығы йәһәтенән айырыуса һаҡ булырға, вирустың таралыуына юл ҡуймау өсөн барлыҡ сараларҙы күрергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
Читайте нас