Баймаҡ ҡалаһының "Архидея" сәскәләр салоны полиция һәм ҡала дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренә ауыр һәм яуаплы эштәренә күңел йылыһы, йәм, матурлыҡ, күңел күтәренкелеге өҫтәү маҡсатында сағыу букеттар бүләк иткәндәр. Улар ауыр осорҙа ғаиләләрен ҡалдырып, көнө-төнө эштә йөрөгән һәм хеҙмәтенә яуаплы ҡараған кешеләр, тип билдәләй салон хужалары.