Баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендәге күп ҡатлы йорттарҙың береһендә аяныслы фажиғә теркәлгән.
Медиакорсеть хәбәр итеүенсә, 31 марттың кисендә 31 йәшлек ҡатын ирен хыянат итеүҙә ғәйепләй һәм ҡулына бысаҡ алып, уның эсенә, арҡаһына сәнсә. Һөҙөмтәлә ауыр тән йәрәхәттәре алған йорт хужаһы шул урында йән бирә.
Йәш ғаиләлә бәләкәй бала үҫә. Ул бер нисә минут эсендә етем ҡала: атаһы һәләк булһа, әсәһен төрмәгә оҙатасаҡтар...
Күршеләре белдереүенсә, был ҡатын ирен йыш ҡына шулай хыянатта ғәйепләп, фатирҙа ғауға сығарған, автомобилен дә ватҡан. Әлеге фажиғә хаҡында ла улар тиҙ арала полицияға хәбәр иткән. Республиканың Тәфтиш комитетынан белдереүҙәренсә, был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылып, ҡатын ҡулға алынған. Әле хоҡуҡ һаҡсылары фажиғәнең сәбәптәрен асыҡлай, тикшереү дауам итә.