Яңылыҡтар
3 Апрель 2020, 08:35

Республикала коронавирус менән ауырыған өс пациент дауахананан сығарылған

-

Covid-2019 диагнозы раҫланған тағы бер пациент дауахананан сығарылған. Балиғ булмаған ҡыҙ һауыҡҡан. Был турала республика Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә Роспотребнадзор төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов хәбәр итте.
“Яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы Өфө, Дүртөйлө, Күмертау ҡалаларында йәшәүсе 10 кешелә асыҡланды”,- тине республика Роспотребнадзор вәкиле.
Сығанаҡ: “Башинформ”.
Читайте нас