Быйыл яҙ иртә килеү һәм йылы көндәр тотороҡланыу сәбәпле, асфальтбетон заводы үҙ эшен иртә башланы.
“Эҫе асфальт” алымын файҙаланып, автомобиль юлдарында соҡор-саҡырҙар ямала. Тәү сиратта тиҙ арала йүнәтеүҙе талап иткән проблемалы урындарға иғтибар бүленә.
Бөгөн Бүребай ауылына ингән урында ремонт эштәре башҡарылды. Унда Хәйбулла юл ремонтлау һәм төҙөү идаралығы хеҙмәткәрҙәре 2 километрға яҡын оҙонлоҡтағы юлды тәртипкә килтерҙе.