Яңылыҡтар
2 Апрель 2020, 21:02

МИЛЛИ ПРОЕКТ: МӘҒАРИФТЫ ҮҪТЕРЕҮГӘ БАЙТАҠ АҠСА ҺАЛЫНҒАН

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан..

Шуға ярашлы, эшләнгән эштәр ҙә күп. Республиканың 54 районында барлығы 133 "Үҫеш нөктәһе" цифрлы һәм гуманитар үҙәге асылған.
46 районда 40,7 миллион һумға спорт залдары һәм асыҡ майҙандар ремонтланған, йыһазландырылған. 63 муниципалитетта "Цифрлы белем биреү мөхите" проекты ғәмәлгә ашырылған.
22 белем биреү ойошмаһында физик мөмкинлектәре сикләнгән балалр өсөн уңайлыҡтар булдырылған. 12 коррекция мәктәбе матди-техник базаһын яңыртҡан. Ошондай эштәр өсөн 50,3 миллион һум тотонолған.
Башҡортостандың алты колледжында 30 яңы оҫтахана асылған. Бер нисә район һәм ҡалала технопарктар төҙөлгән. Был балаларға техника өлкәһендә белем алырға, ижади эшләргә булышлыҡ итә.
2019 йыл аҙағында һәләтле балалар үҙәге булған "Сириус"ҡа оҡшатып төҙөлгән "Аврора" республика үҙәген йыһазландырыу эштәре тамамланған.
Фото: vk.com.
Читайте нас