Яңылыҡтар
2 Апрель 2020, 21:22

Коронавирус тип тормағандар

Бындай ҡатмарлы операциялар ил Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдың май указдарына ярашлы тормошта барлыҡҡа килгән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы башҡарыла#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан#..

Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы табибтары пациент өсөн ғүмерен һаҡлап ҡалыу - төп мәсьәлә. Һәм быға бер тниндәй ҙә эпидемиологик хәлдәр ҙә кәртә була алмай.
Үткән аҙнала дауаханаға баш мейеһенең ҡан әйләнеше ҡырҡа боҙолған, ауыр хәлдәге 60 йәшлек ҡатынды килтерәләр. Уның COVID-19 инфекцияһына шик була.
Стационарҙа оператив рәүештә дауахананың төрлө бүлектәре (рентген-хирургия, анестезиология һәм реанимация, реанимация һәм интенсив терапия) мөдирҙәре консилиумға йыйыла. Хәүеф-хәтәр дәрәжәһе юғары булыуға ҡарамаҫтан, улар ҡатынға ашығыс рәүештә тромбоэкстрация яһарға ҡарар ҡабул итә.
Эпидемияға ҡаршы сараларҙы үтәп ханымға операция ҡатмарлы операция яһайҙар. Әлеге ваҡытта пациент терелә.
Шундай ҡатмарлы операциялар ил Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдың май указдарына ярашлы тормошта барлыҡҡа килгән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы башҡарыла.
Читайте нас