Бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров 12 апрелдән һуң Башҡортостанда үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын йомшартыу мөмкинлеге тураһында белдерҙе. Ләкин барыһы ла республикала коронавирустың нисек таралыуына бәйле.
«Был аҙнала ла, киләһендә лә үҙ-үҙеңде изоляциялау ғәмәлдә була. Аҙаҡтан ҡарарбыҙ», — тине ул.
Шулай уҡ оперативкала өсөнсө пациенттың дауахананан һауығып сығыуы хаҡында билдәле булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Владимир Путин илдә эшләмәгән көндәрҙе апрель аҙағына тиклем оҙайтты.