Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
3 Апрель 2020, 09:18
Бөтә доня башҡорттары ҡоролтайы яңы конкурс башланыуы тураһында иғлан итте
*
Бөтә доня башҡорттары ҡоролтайы «Йәйләүҙә» асыҡ шиғриәт сәнғәте конкурсы башланыуы тураһында иғлан итте. Конкурс республикала Башҡорт теле йылы сиктәрендә уҙғарыла һәм йыл буйы ауам итә.
Конкурста барыһы ла ҡатнаша ала. Бының өсөн Бөтә доня башҡорттары ҡоролтайының
«Бәйләнештә» төркөмөнә
үҙең ижад иткән бер шиғыр ебәрергә кәрәк.
Бөтә шиғырҙар уҡыу һәм тауыш биреү өсөн асыҡ була. Һәр бер айҙың үҙ темаһы бар.
Апрель – Башҡорт теле – әсәйемдең теле
Май – Башҡорт теле – Бөйөк Ватан һуғышында еңеүселәрҙең теле
Июнь – Башҡорт теле – халыҡ теле
Июль – Башҡорт теле – дуҫлыҡ теле
Август – Башҡорт теле – юлдаш теле
Сентябрь – Башҡорт теле – ижад теле
Октябрь – Башҡорт теле – тарих теле
Ноябрь – Башҡорт теле – моң теле
Декабрь – Башҡорт теле – халыҡ рухы.
Ойоштороусылары — Бөтә доня башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы, «Башҡортостан» гәзите.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"