Яңылыҡтар
3 Апрель 2020, 11:55

АУЫР ХӘЛДӘ ҠАЛҺАҢ, ШЫЛТЫРАТ!

Башҡортостанда карантин осоронда бушлай психологик ярҙам алырға мөмкин. #СидимДома ..

Башҡортостанда карантин осоронда бушлай психологик ярҙам алырға мөмкин.
Бөгөн, 3 апрелдә, Башҡортостанда “Уңайлы линия. Карантин осоронда Башҡортостан халҡына психологик ярҙам" акцияһы үтә. Сара Владимир Путиндың май указ менән раҫланған "Һаулыҡ һаҡлау" дөйөм дәүләт проектын тормошҡа ашырыуға ярҙам итә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 31 мартта киске һигеҙҙән республикала, бөтә донъя буйынса яңы коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, тулы үҙизоляция режимы индерелде. Бөтә кешеләргә лә ваҡытлыса бындай шарттар еңел бирелмәй. Башҡортостанда йәшәүсе һәр кеше бушлай психологик ярҙам ала ала. Консультацияны "Ғаилә" республика ресурс үҙәге белгестәре үткәрәсәк, улар халыҡта борсоған бөтә һорауҙарға яуап бирәсәк һәм квалификациялы ярҙам күрһәтәсәк. Шалтыратыуҙар график буйынса ҡабул ителә.
Ата-әсәләргә психологик ярҙам күрһәтеү телефоны: 8-800-347-5000. 3 апрельдә 11.00-ҙән 20.00-гә ҡәҙәр.
Балалар өсөн ышаныс телефоны: 8-800-2000-122, 3 апрель - тәүлек буйына.
Кризис шарттарында ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам бүлеге телефоны: 8 (347) 286 - 02 - 53. 3 апрель көндө 10.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем.
Читайте нас