Бөгөн бар йәһәттән дә балаларҙы дистанцион белем биреүгә әҙерлек алып барыла. Тәүге дәрестәр 6 апрелдә башлана. Һүҙ юҡ, бөгөн бөтәбеҙ ҙә беренсе тапҡыр шундай һынау алдына килеп баҫтыҡ. Уның шундай етди мәсьәлә икәнлеген бөтәбеҙ ҙә аңлайбыҙ. Бөгөн БР-ҙың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин онлайн-дәрестәрҙең бар нескәлектәренә аңлатма биреп үткәйне. Иртәгә иһә БР-ҙың Мәғарифты үҫтереү институты ата-әсәләр өсөн вебинар ойошторасаҡ. Ул көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Вебинарҙы түбәндәге һылтанма аша ҡарарға мөмкин: https://www.youtube.com/channel/UCc2igW5…