Яңылыҡтар
2 Апрель 2020, 12:49

Журналистар акцияға ҡушыла

Карантин ваҡытында өйҙә “Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзитен уҡыу иң күңеллеһе

Карантин ваҡытында эшләргә тейешле яуаплы хеҙмәттәр араһына киң мәғлүмәт саралары ла инә. “Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзите редакцияһы һәр ваҡыттағыса шишәмбе һәм йома көндәре яңылыҡтарҙы үҙ ваҡытында һеҙгә еткерергә ашыға.
Медицина маскалары аҫтында гәзитебеҙҙең яңы һанын әҙерләүсе коллектив “Һеҙ өйҙә ҡалығыҙ, беҙ һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ” бөтә донъя акцияһына ҡушыла.
Бында “Беҙ һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ, ә һеҙ беҙҙе уҡығыҙ һәм яҙҙырығыҙ” тип әйтке килә. Сөнки 2020 йылдың икенсе ярты йыллығына “Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзитенә яҙылыу кампанияһы старт алды.
Беҙ гәзит уҡыусылар менән бәйләнештә ҡалабыҙ. Гәзит һандары элеккесә үҙ ваҡытында донъя күреп, ижади коллектив иң мөһим яңылыҡтарҙы гәзит уҡыусыларға еткереп торасаҡ.
Бергәләп барлыҡ һынауҙарҙы үтеп сығып, яҡшы хәбәрҙәр генә көтәйек.
Мөхәрририәт
Читайте нас