Башҡортостанда йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында республика етәксеһе Радий Хәбиров төбәк биләмәһендә алкоголь тауарҙарын берәмләп һатыуҙы өҫтәмә рәүештә сикләү буйынса указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, 1 апрелдән алып һәм “Юғары әҙерлек” режимын ғәмәлдән сығарғанға тиклем республикала урындағы ваҡыт буйынса киске 18.00 сәғәттән иртәнге 10.00 сәғәткә тиклем алкоголь тауарҙарын берәмләп һатыу тыйыла (шул иҫәптән йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәткән саҡта ла).
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте был туралағы законға үҙгәрештәр индереү өсөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға проектты тәҡдим итә. Үҙгәрештәр 13 апрелгә тиклем ҡаралырға һәм ҡабул ителергә тейеш.
Был турала Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙып сыҡты. “Бөгөндән алып 18.00 сәғәттән 10.00 сәғәткә тиклем бөтә республика биләмәһендә алкоголь һатыуҙы тыябыҙ, шул иҫәптән һыраханаларҙа, кафе һәм ресторандарҙа ла. Кистәрен спиртлы эсемлек алырға барыуҙың һеҙҙең өсөн яҡшы тамамланыуы мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта легаль булмаған алкоголь һатыуға ҡаршы көрәш сараларын көсәйтәбеҙ. Был кемгәлер оҡшамаһа, ғәфү үтенәм. Тарих үҙе хөкөм итер”, - тип яҙҙы республика етәксеһе.
Фото: vk.com/radiyhabirov