30 мартта Шишмә районында ҡот осҡос хәл булған. Алкин ҡасабаһында урындағы яғыулыҡ ҡойоу станцияһы янында 40-тан ашыу кеше төрлө ҡоралдарҙан атыш ойошторған. Уларҙың бөтәһе лә медицина битлектәрендә булған, тип хәбәр итә "КП Өфө" баҫмаһы.
Был хәлдең шаһиттары полицияға шылтыратҡан. Хоҡуҡ һаҡлаусылар килеп еткәндә, тәртип боҙоусылар таралып өлгөргән була. Ерҙә ҡан таптары, пулялар, ҡанлы салфеткалар ятып ҡалған. Шулай уҡ 11 кешенең ҡул эҙҙәрен тапҡандар.