Яңылыҡтар
2 Апрель 2020, 16:38

Рәсәйҙә ял көндәре 30 апрелгә тиклем оҙайтылды

*

Рәсәйҙә ял көндәре 30 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Был яңы төрҙәге коронавирус инфекцияһын таралыу дәрәжәһен кәметерге мөмкинлек бирәсәк. Бының тураһында Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн 2 апрелдә үҙенең ил граждандарына мөрәжәғәтендә иғлан итте.
Дәүләт башлығы аныҡлауынса, ял көндәрендә хеҙмәт хаҡы һаҡланасаҡ.
«Бөтә ил буйынса иғлан ителгән ял аҙнаһы, шулай уҡ күп кенә төбәктәрҙә йәшәүселәр өсөн индерелгән үҙизоляция режимы беҙгә эпидемия менән максималь эффектлы көрәшергә иҫкәртеү сараларын халыҡҡа еткереү өсөн, барлыҡ власть органдарын мобилизацияларға, һаулыҡ һаҡлау системаһы ресурстарын киңәйтергә мөмкинлек бирҙе», — тине Владимир Путин.
Президент билдәләүенсә, әлегә оло быуын кешеләрҙе етди янауҙан сикләп булды, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, вуздарҙа эпидемия тоҡаныуына юл ҡуйылманы.
«Ҡурҡыныс хәл һаҡлана. Вирусолог-белгестәр фекеренсә, донъяла һәм шул иҫәптән беҙҙең илдә эпидемияның пигы әле үтмәгән. Шунлыҡтан ял көндәре режимын ай аҙағынаса, йәғни 30 апрелгә тиклем оҙайтыла, шул уҡ ваҡытта хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы һаҡланасаҡ», — тине президент.
Фото: kremlin.ru
Читайте нас