Бөгөнгө ябай булмаған осорҙа, кешеләрҙең һаулығын һәм именлеген һаҡлау өсөн иғлан ителгән самоизоляция режимы осоронда, граждандарҙың тормошон, хәүефһеҙлеген һәм йәмғиәттең йәшәйешен тәьмин итеүсе урындағы власть органдары, полиция, социаль хеҙмәт күрһәтеүселәр, төрлө хеҙмәттәр, аҙыҡ-түлек магазиндары эшен дауам итә.
Һәм әлбиттә бөгөнгө көндә иң алгы фронтта тороусылар - медицина хеҙмәткәрҙәре!
Беҙҙең ауылдарҙың бөтәһендә лә фельдшерҙар бар. Уларҙың хеҙмәте һәр ваҡыт кәрәк, сөнки һәр кешегә лә һәр төрлө медицина ярҙамы кәрәк булыуы бар.
Был режим һәм илебеҙгә янаған эпидемия ҡурҡынысы осоронда, уларҙың еңел булмаған хеҙмәтен баһалап, уларҙың эштәренә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы һәм рәхмәтле булайыҡ.
Фотола фельдшерҙар - Миләүшә Фәтих ҡыҙы Йылҡыбаева (Ғәлиәхмәт), Ғәйшә Нуриәхмәт ҡыҙы Сәғитова (Аҡнаҙар), Мөнирә Мәүлит дин ҡыҙы Аҡъюлова (Аҡъюл), Фидәлиә Зиннур ҡыҙы Ураҙбаева (Урыҫбай) һәм урындағы санитар машинаһы водителе Саяф Әхмәтсәғит улы Нурбулатов.