Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
1 Апрель 2020, 18:14
Учи.ру платформаһында 5 миллион уҡыусы теркәлгән
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан..
Илдә килеп тыуған хәл уңайынан һанлы белем биреү платформалары киң популярлыҡ яулай бара.
Мәҫәлән, бер аҙна эсендә Учи.ру порталы менән ҡулланыусылар һаны 5 миллионға еткән, ә көн һайын 1 миллиондан ашыу уҡыусы әүҙем шөғөлләнә. Ә «Мобильное электронное образование» сайты менән 650 меңдән ашыу кеше файҙалана башлаған. Әле унда 1 миллион 500 ҡулланыусы теркәлгән.
Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева һүҙҙәренсә, агентлыҡ 2013 йылдан алып һанлы белем биреү платформаларына төрлө кимәлдә үҫешергә ярҙам итә.
– Үҙебеҙҙең масштаблы шәхсән проекттарыбыҙҙы тормошҡа ашырыуҙа ла уларҙы эшләтә башланыҡ. Мәҫәлән, «Мобильное электронное образование» платформаһы «Һанлы иҡтисад» проектының «Төбәктәр өсөн киләсәк кадрҙары» программаһының базаһына әйләнде, – тип билдәләне ул.
#национальныепроекты
;
#нацпроекты
;
#региональныепроекты
;
#регпроекты
;
#нацпроектыБашкортостан
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"