Яңылыҡтар
1 Апреля 2020, 07:21

Башҡортостанда мохтаждарға аҙыҡ-түлек йыйылмаһын таратырға ниәтләйҙәр. Был турала Радий Хәбиров белдерҙе

-

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала 150 самаһы кеше бушлай ризыҡ алыуға мохтаж булыуы мөмкин. Хәҙер хөкүмәт уларҙың һәм аҙыҡ-түлек исемлеген төҙөй.

— Республикабыҙ аҙыҡ-түлеккә бай, беҙҙә бөтә нәмә бар: май ҙа, он да, ярмалар ҙа һәм башҡалар. Айырыуса мохтаж кешеләргә ярҙам күрһәтергә әҙер булырға кәрәк. Әлегә иң ҡурҡыныс сценарийҙан сығып эш итәбеҙ. Кәмендә ике ай буйына ошондай шарттарҙа эшләргә һәм йәшәргә әҙер булырға тейешбеҙ, - тип өҫтәне ул.
Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар.