Яңылыҡтар
31 Март 2020, 16:01

Йәшәйеш өсөн мөһим предприятиелар эшләйәсәк

*

Башҡортостандың иҡтисади тотороҡлоғон кѳсәйтеү буйынса сараларға арналған онлайн-брифингта килеп тыуған хәлдә төбәктең индустриаль секторына дәүләт ярҙамы тураһында Башҡортостандың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев һөйләне.
Мәғлүм булыуынса, әле республикала 45 предприятие битлектәр тегеү менән мәшғүл. “Ағиҙел” предприятиеһы 50 меңдән ашыу һаҡланыу битлеген етештергән. Шул уҡ ваҡытта марляға ҡытлыҡ та бар, сөнки әле Иваново ҡалаһынан алып киләләр, ә унда – сират.
– Башҡортостанда кизе-мамыҡ, бәз битлектәр тегәләр, медицина ѳсѳн түгел, әммә улар техник шарттар буйынса дарыуханаларҙа һатыла ала. Марляны Ивановола һәм Мәскәү янында етештерәләр, әле уларҙың заказы күп. Шуға ла беҙ Үзбәкстан менән һѳйләшеү алып барабыҙ, алдағы көндә финанслау мәсьәләһен хәл итәсәкбеҙ, ул саҡта дүрт миллион битлек тегеүгә етерлек марля туҡымаһын килтерә аласаҡбыҙ, – тине Александр Шельдяев.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда бѳгѳн ихтыяж менән файҙаланғанзарарһыҙландырыусы әйберҙәрҙе бер нисә предприятие етештерә. Мәҫәлән, Йоматауҙағы “Рост” предприятиеһы һәм Ҡырмыҫҡалылағы “Дэлекса” йәмғиәте. Улар етештергән зарарһыҙландырыу сараларын сәнәғәттә генә түгел, ә өйҙә лә файҙаланырға була. Шулай уҡ Октябрьскийҙан “Альтернатива” компанияһы һиптергестәр етештерә.
Бынан тыш, Өфөләге “Торгпромупаковка" компанияһы зарарһыҙландырыусы гелдәр етештереү буйынса инвестиция проектын тиҙ арала тормошҡа ашыра башлаған. Был баҙарҙағы һорауҙы ҡәнәғәтләндерә аласаҡ, тип белдерҙе министр.
Урындағы өс предприятие һаҡланыу костюмдары тегә башлаған. Тәүге 150 костюм Эске эштәр министрлығына бирелгән, 50-һе – социаль хеҙмәткәрҙәргә.
– Бөгөн 300 костюм “Рәсәй почтаһы”на бирелде, сөнки улар почта тарата. Тағы ла 200 кейем почта хеҙмәткәрҙәренә тапшырыласаҡ. Костюмға таныҡлыҡ алғас, уларҙы медицина учреждениеларына йәки дарыуханаларға оҙата аласаҡбыҙ, – тип белдерҙе Александр Шельдяев.
Һорауҙар тыуған осраҡтаБашҡортостандың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына 8 (347) 218-05-00 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.
Фото: "Башинформ".
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас