Яңылыҡтар
31 Март 2020, 06:35

Рәсәйҙең 26 төбәгендә тулы үҙ изоляция режимы иғлан ителде

-

31 март иртәһенә Рәсәйҙең 26 төбәгендә тулы үҙ изоляция режимы иғлан ителде. “Стопкоронавирус.рф” сайты мәғлүмәттәре буйынса, 30 мартта кискеһен Адыгея, Коми, Марий Эл, Татарстан, Якутия, Чечня, Сыуашстан республикаларында, Архангель, Вологодск, Иркутск, Калининград, Мурманск, Новгорд, Липецк, Рязан, Свердловск, Ульяновск, Белгород, Волгоград, Курск, Нижегородск һәм Саратов, шулай уҡ Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәләрендә үҙ изоляция режимы индерелде.
Дөйөм изоляция режимы тураһында указға ярашлы, граждандар үтә ныҡ кәрәк булмаған осраҡта үҙ өйҙәренән сығырға тейеш түгел.
Сығанаҡ: “Башинформ”
Читайте нас