Яңылыҡтар
31 Март 2020, 16:23

Бөгөн киске сәғәт 8-ҙән өйҙән сығыу тыйыла

*

Республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт,район, ҡала хакимиәттәре башлыҡтары һәм башҡа ведомство етәкселәре менән уҙғарған видеоконференцияла Башҡортостанда өйҙә ҡалыу буйынса режимдың ҡасанға тиклем дауам итәсәгенең аҙна аҙағында билдәле буласағы тураһында белдерҙе.
Шулай уҡ бөгөн 20.00 сәғәттә Башҡортостан Башлығының республика халҡын тулыһынса өйҙә ҡалдырыу тураһындағы указы көсөнә инә.
- Был указды ваҡытһыҙ индерәбеҙ. Республика кимәлендәге хәлде күҙәтеп анализлағандан һуң, аҙна аҙағында уның сиген билдәләйәсәкбеҙ. Әлегә 6 апрель булыр тигән фараз бар. Әммә, айырып әйтәм, һуңғы ҡарарҙы хәл торошонан сығып ҡабул итәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе муниципалитеттарға иҡтисади көрсөккә бәйле бюджетты яңынан ҡарарға ҡушты.
- Бының эҙемтәләре мотлаҡ буласаҡ. Резервтарҙа мохтажлыҡ кисерәсәкбеҙ, ә беҙҙең өҫтәмә сығымдар мотлаҡ буласаҡ. Иң ҡурҡыныс мәсьәләләрҙең береһе – эшһеҙлек буласаҡ. Кисә генә Өфө хакимиәте башлығы менән ихтыяж булмаған сығымдарҙы ҡырҡыу мөмкинлеге тураһында һөйләштек. Бер-ике йылда тормошҡа ашырыу планлаштырылған проекттар ҙа бар. Хәҙер улар алына, тик мөһимдәре генә тороп ҡала, - тип республика Башлығы Финанс министрлығына муниципаль финанс идаралыҡтарына методик ярҙам күрһәтергә ҡушты.
Граждандарҙың өйҙә ултырыуын күҙәтеүҙә тотоуға халыҡ дружиналарын йәлеп итәсәктәр. Бынан тыш, хәрби хеҙмәт үткәндәр, хәрби туғанлыҡ һәм Чечня, Афғанстан ветерандары ойошмалары ла ярҙамға киләсәк. Дружинасыларға мотлаҡ статус бирелергә, улар инструктаж үтергә тейеш, шулай уҡ улар тик полиция хеҙмәткәрҙәре менән бергә сығырға бурыслы. Дружинасыларҙың төп бурысы – халыҡҡа өйҙә ултырыу мөһимлеген аңлатыу эше алып барыу.
Дауаханаларҙа һәм магазиндарҙа 1,5 метр ара тотоу мөһимлеген тағы ла берҙе иҫкәртте етәксе.

Өфөлә өйҙә ҡалыу талап ителгән осорҙа индереләсәк пропуск системаһы тураһында положение әҙер, тип белдерҙе Өлфәт Мостафин. Ошо маҡсатта дәүләт идаралығы органдары, мунициапль предприятие һәм учреждениелар өсөн шәхси һәм транспорт пластик карталар өлгөләре әҙерләнгән. Уларҙың махсус һандары ла бар. Пропусктар биреү менән махсус төркөм эшләй. Мәғлүмәтте 8-917-800-37-68, 8-917-800-37-53 телефондары аша алырға мөмкин. Пропуск 1 апрель 14.00 cәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем бирелә.
Әҙерләнгән положение буйынса, кешенең урамда булыуы предприятиеһы етәксеһенең “ошо осорҙа туҡтауһыҙ режимда эшләү тураһында"ғы эске документы менән раҫланырға тейеш. Бөтә транспорт сараларының да юл ҡағыҙҙары булыуы мөһим.
Видеоконференцияла енәйәтселеккә юл ҡуймау мәсьәләһенә лә туҡталдылар. Төндә урам уттарын һүндермәҫкә ҡушылды. Әгәр ҡараңғы булһа, бурҙар әүҙемләшәсәк, бының өсөн полиция ғына түгел, ә муниципалитеттар ҙа яуап бирәсәк, тине республика Башлығы.
Кәңәшмәлә мохтаждарға аҙыҡ-түлек фондын булдырыу ҡушылды. Шулай уҡ мәктәптә социаль туҡланыу менән тәьмин ителгән балаларҙың өйөгә аҙыҡ-түлек тупланмаһы килтерәсәктәр.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас